Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:28 - Инжил

28 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан булһа ла тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:28
13 Referencias Cruzadas  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.


– Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.


Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килде.


Уның тураһында Изге Яҙмала: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған.


Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios