Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:22 - Инжил

22 Ғайса Яхъяның шәкерттәренә: – Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Ғайса Яхъяның шәкерттәренә: – Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:22
31 Referencias Cruzadas  

«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Алла Йортонда Уның янына һуҡырҙар һәм аҡһаҡтар килде, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.


Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән.


Ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, шаҡшы рухтар сыҡты. Күп кенә паралич һуҡҡан, аҡһаҡ кешеләр һауыҡты.


Нафанаил иһә быға ҡаршы: – Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни? – тип яуапланы. – Барайыҡ, үҙең күрерһең.


Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап биргән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios