17 Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралған.
17 Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралды.
Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорған Ғайса.
Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар».
Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.
Әммә теге икәү, бынан киткәс, Уның хаҡында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөнө.
Был хаҡтағы хәбәр бөтә тирә-яҡ ерҙәргә таралды.
Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.
Ғайса, Ирод батша идара иткән ваҡытта, Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында тыуҙы. Ошо ваҡытта көнсығыштан Иерусалимға аҡыл эйәләре килде.
Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.