Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 6:49 - Инжил

49 Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

49 Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 6:49
30 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә, уларҙы тыңлағыҙ һәм ҡушҡандарын үтәгеҙ, ләкин ҡылғандарын ҡабатламағыҙ, сөнки улар бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй.


Улар арабыҙҙан китте, әммә был беҙҙеке булдылар тигәнде аңлатмай. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың беҙҙән китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте лә инде.


Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.


Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер булмаған һәм уның ихтыярынса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр.


Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хужам, Хужам», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?


әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә.


Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ.


Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.


Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, күп тапҡырҙар уларҙы язаланым һәм Ғайсаға булған имандарынан баш тарттырырға тырыштым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.


Мин киткәндән һуң арағыҙға көтөүгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ бүреләрҙең киләсәген беләм.


Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында килтерегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.


Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, быны белдерергә артынса уҡ илселәр ебәргән.


Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер.


ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан сыҡҡан һыу шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай, сөнки ныҡ итеп төҙөлгән.


Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килгән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios