47 Минең яныма килеп, һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәүсене кемгә тиңләп була? Һеҙгә әйтәм:
Ә Ғайса уға: – Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле, – тигән.
– Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ.
Шулай итеп, кем дә кем яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә эшләмәй, ул гонаһ ҡыла.
Сөнки кем Күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
Уға – кешеләр кире ҡаҡҡан, әммә Алла тарафынан һайлап алынған ҡиммәтле мәңге тере Таш янына килеп,
һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.
Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.
– Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай.
Балаларым, һеҙҙе һис кем алдамаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк хаҡ була.
Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, хаҡлыҡ ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.
Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.
Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,
Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен.
Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ.
Әммә, тормош алыр өсөн, Минең яныма килергә теләмәйһегеҙ.
Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.
Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырған.
Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәнлегенә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.
ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан сыҡҡан һыу шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай, сөнки ныҡ итеп төҙөлгән.