44 Һәр ағасты үҙ емешенә ҡарап таныйҙар. Шайтан таяғынан инжир, ә сәнскәктән йөҙөм йыймайҙар.
44 Һәр ағас емешенә ҡарап беленә. Билсәндән – инжир, ә сәнскәктән йөҙөм йыймайҙар.
Имандаштарым, инжир ағасында зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай.
Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емештәре лә насар булыр. Емешенә ҡарап ағасын таныйҙар.
Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар.
Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм, шайтан таяғынан инжир йыялармы ни?
Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ.