Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 6:30 - Инжил

30 Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 6:30
29 Referencias Cruzadas  

Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел.


Беҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы беҙ кисергән кеүек, беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер.


Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән: – Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Һауыт-һабаларығыҙҙағы бар нәмәне фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта бөтә нәмә һеҙҙең өсөн таҙа булыр.


Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.


Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ.


Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй.


Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫ кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама.


Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios