Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 6:23 - Инжил

23 Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең атай-олатайҙары пәйғәмбәрҙәр менән дә шулай уҡ эшләгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла пәйғәмбәрҙәр менән шулай эшләгән.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 6:23
45 Referencias Cruzadas  

Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


Еңгән һәр кеше аҡ кейем кейәсәк һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.


Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр.


Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.


Еңеүсегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер – уларҙы балсыҡ һауыт ватҡан һымаҡ ватыр. Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ,


Ул һикереп тороп атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, улар менән бергә Алла Йортона инде.


Ул буласаҡ әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ.


– Аяҡтарыңа тура баҫ, – тип әйтте. Теге һикереп торҙо ла йөрөй башланы.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы.


Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Елизаветаның ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйған. Елизавета Изге Рух менән һуғарылған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios