15 Матфей һәм Фома, Алфей улы Яҡуб һәм Көрәшеүсе ҡушаматлы Симон,
15 Маҫҫайос һәм Томас, Алфай улы Яҡуп һәм Көрәшсе ҡушаматлы Шимғон
Унан китеп барғанда Ғайса һалым йыйыу урынында ултырған Матфей исемле кешене күрҙе. – Миңә эйәр, – тине Ул. Матфей, тороп, Уның артынан китте.
Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.
Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон
Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!
Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.
Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡубтан башҡа бер илсене лә күрмәнем.
Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ!
Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, улар янында юҡ ине.
Игеҙәк ҡушаматлы Фома шәкерттәргә: – Әйҙәгеҙ, барайыҡ та, Уның менән бергә үләйек, – тине.
Ошонан һуң Ғайса был урындан киткән, һалым йыйыу урынында ултырған Левий исемле һалым йыйыусыны күреп, уға: – Миңә эйәр, – тигән.
Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфей улы Левийҙы күреп: – Миңә эйәр! – тине. Левий, тороп, Уның артынан китте.
Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей,
Яҡуб улы Йәһүҙә һәм аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.