Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 5:30 - Инжил

30 Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?

Ver Capítulo Copiar




Лукас 5:30
16 Referencias Cruzadas  

Ҙур ғауға ҡупты, фарисейҙарҙан булған ҡанун белгестәре ҡаты бәхәсләште. – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки уға рух йәки фәрештә әйткәндер, – тине улар.


Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.


Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башлаған: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала?


Бер тапҡыр, Ғайса өйрәткән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Иерусалимдан килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултырған. Раббы ҡөҙрәте Ғайса аша эш иткән һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.


Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын тейешле тәртип менән йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине.


Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.


Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?


Быны күреп, фарисейҙар шәкерттәрҙән: – Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һоранылар.


Фарисейҙар араһындағы ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырыуын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табындан ашай ала? – тинеләр.


Ғайса шәкерттәренән: – Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios