Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 5:24 - Инжил

24 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәшкән: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!

Ver Capítulo Copiar




Лукас 5:24
26 Referencias Cruzadas  

Шәмдәлдәр араһында оҙон кейем кейгән һәм күкрәгенә тиклем алтын билбау быуған әҙәм улына оҡшаған Берәүҙе күреп ҡалдым.


– Аяҡтарыңа тура баҫ, – тип әйтте. Теге һикереп торҙо ла йөрөй башланы.


Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Тавифа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы.


– Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петр. Ул кеше шунда уҡ торҙо.


Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Лазарь, сыҡ! – тине.


һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы.


Ә бит күккә күтәрелгән һәм күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан да: – Балам, тор! – тип өндәшкән.


Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорған Ғайса.


Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылған: – Эйе, теләйем. Таҙарын! Шунда уҡ уның махауы юҡҡа сыҡҡан.


Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


Филипп Кесарияһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән: – Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны.


Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Шунан Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе ятҡан түшәге менән бергә күтәреп алып килгән һәм уны, Ғайса алдына һалыр өсөн, өйгә алып инергә тырышҡан.


Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios