Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 5:21 - Инжил

21 Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башлаған: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?

Ver Capítulo Copiar




Лукас 5:21
23 Referencias Cruzadas  

Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.


Табын артындағылар бер-береһе менән: – Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы кисерә, – тип һөйләшә башлағандар.


Шунда иң баш рухани үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ!


Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит!


Бер тапҡыр, Ғайса өйрәткән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Иерусалимдан килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултырған. Раббы ҡөҙрәте Ғайса аша эш иткән һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.


Бер нисә ҡанун белгесе эстән генә: «Был кеше көфөр һүҙ һөйләй!» – тип уйланы.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? – тип һораған. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios