20 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Дуҫым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тигән.
20 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Дуҫым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.
Ул да Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Павел уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:
Бында ла бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.
Ә ҡатынға иһә: – Гонаһтарың кисерелде, – тигән.
Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.
Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине.
Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.
Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.
Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа), мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем.
Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.
Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.
– Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме?