Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 4:6 - Инжил

6 – Ошо батшалыҡтарҙың бөтөнөһө өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе лә, уларҙың гүзәллеген дә Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 – Ошо батшалыҡтарҙың бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡты ла, уларҙың данын да Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 4:6
15 Referencias Cruzadas  

элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,


Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.


Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.


Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде.


Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Бөтә кеше – үлән кеүек, уның бөтә даны – ялан сәскәһе ише. Үлән ҡорой, сәскәһе ҡойола,


Был аптырарлыҡ та түгел, сөнки Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.


Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios