Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 4:40 - Инжил

40 Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килгән. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

40 Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килде. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 4:40
12 Referencias Cruzadas  

һәм ялбарып һораны: – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк!


Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты.


Петр үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға сығарып, күтәреп йөрөтөү ҡоролмаларына һәм түшәктәргә һалдылар.


Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.


Ғайса иһә, был хаҡта ишеткәс, яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Әммә халыҡ, быны белеп ҡалғас, ҡалаларынан сығып яр буйлап Уның артынан эйәрҙе.


Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios