Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 4:34 - Инжил

34 – Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

34 – Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 4:34
22 Referencias Cruzadas  

Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора.


– Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ.


Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Аллаһы Тәғәлә һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап биргән уға фәрештә. –


Ул – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла, мең йылға сылбырлап ҡуйҙы.


Гонаһ ҡылыусы иһә Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Ә Алла Улы нәҡ Иблис эштәрен емерергә килде.


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Яндарына килеп ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарҙылар һәм ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.


Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар.


Гераса ере тирәһендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алған, шуның өсөн улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен һораған. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,


Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.


– Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.


Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине.


Ғибәҙәтханала шаҡшы рух эйәләгән бер кеше булған. Ул көслө тауыш менән:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios