Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 4:32 - Инжил

32 Уның өйрәтеүҙәренә хайран ҡалғандар, сөнки Ул хакимдарса һөйләгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

32 Уның өйрәтеүҙәренә бөтәһе лә хайран ҡалды, сөнки Ул хакимдарса һөйләй ине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 4:32
15 Referencias Cruzadas  

Был хәлгә бөтөнөһө лә таң ҡалған һәм: – Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән шаҡшы рухтарға бойороҡ бирә, ә улар кешенең эсенән сыға, – тип һөйләшкәндәр.


Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә.


Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.


Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.


Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған.


Ғибәҙәтханала шаҡшы рух эйәләгән бер кеше булған. Ул көслө тауыш менән:


– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios