18 Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөгән.
18 Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.
Ул тағы ла күберәк һүҙҙәр менән уларҙы киҫәтеп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.
Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.
Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.
Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте.
Ашлыҡты ырҙында елгәрер өсөн, Ул ҡулына елгәргес көрәк тотҡан. Бойҙайын Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
Әммә ул, ағаһының ҡатыны Иродиаданы ҡатынлыҡҡа алғаны һәм башҡа яуызлыҡтары өсөн, өлкә идарасыһы Иродты шелтәләгән.
Шул ерҙәрҙән үткәндә, иман тотоусыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Павел Грецияла туҡталды.
Күңел күтәреү һәләте бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәтлек итһен.