Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 3:14 - Инжил

14 Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һорағандар. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тигән Яхъя.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 3:14
15 Referencias Cruzadas  

Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем.


Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.


Шунан һуң мин күктән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте, батшалығы һәм Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты, сөнки көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.


өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;


Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ.


Фәрештә киткәс, Корнилий хеҙмәтселәренең икеһен һәм шәхси ғәскәриҙәре араһынан диндар булған берәүһен саҡырып алды.


Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙбашы ярҙам һорап килде.


Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораған.


Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тигән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios