13 Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тигән.
13 Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тине.
ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.
Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.
Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.
Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.
Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.
Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә?
Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һорағандар. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тигән Яхъя.