Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 24:36 - Инжил

36 Был хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә була. – Именлек һеҙгә! – тигән Ул.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

36 Улар шул хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә булды. – Именлек һеҙгә! – тине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 24:36
13 Referencias Cruzadas  

Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр төрлө эштә именлек бирһен. Раббы бөтөнөгөҙ менән бергә булһын.


Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ.


Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, күңелдәренең ҡаты булғаны өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанманы.


Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде.


Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылып ултырғанда, Фома ла улар янында ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы икән, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын.


Ғазап сиккәненән һәм үлгәненән һуң, Үҙенең тере икәнлеген күп һанлы хаҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итте, ҡырҡ көн буйына илселәренә күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.


унан һуң Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә күренде,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios