Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 24:30 - Инжил

30 Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Ашап ултырған саҡта икмәк алып шөкөрана ҡылды ла шәкерттәренә бүлеп бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 24:30
14 Referencias Cruzadas  

Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Шәкерттәр иһә юлда булған хәл һәм икмәк бүлеп биргән саҡта Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп биргән.


Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән.


ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы.


Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе.


Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.


Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.


Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты.


Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде.


Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алып ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.


Ләкин шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалғандар. Ғайса өйгә ингән һәм улар менән бергә булған.


Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр, икмәк һындырҙылар һәм бергә доға ҡылдылар.


Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios