Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 24:27 - Инжил

27 Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 24:27
50 Referencias Cruzadas  

Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.


Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр.


Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара!


Ул Нафанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


Шул саҡ Ғайса уларға былай тигән: – Ниңә аңламайһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә!


Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса.


Самуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте.


Муса әйткән: «Раббы Аллағыҙ һеҙгә халҡығыҙ араһынан минең кеүек Пәйғәмбәр күтәрәсәк. Ул ни генә һөйләһә лә, һеҙ һәммәһен тыңларға тейешһегеҙ.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.


Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ


Ишағыя был һүҙҙәрҙе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн алдан күргәнгә әйткән; ул быны Уның тураһында һөйләгән.


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Филипп уға Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе шул урындан башлап һөйләп бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios