43 Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.
43 Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тине.
Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».
Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.
Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.
Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.
Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән данлы бөйөклөгөмдө күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.
Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ.
Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ.
һәм Ғайсаға: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал, – тип өндәшкән.