Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 23:33 - Инжил

33 «Баш һөйәге» тип аталған урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағандар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

33 «Баш һөйәге» тигән урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 23:33
19 Referencias Cruzadas  

Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


Был иһә Ғайсаның Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙе тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит.


Уның хаҡында Изге Яҙмала яҙылғандарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашҡас, Уны арҡысаҡтан төшөрөп, ҡәбергә һалдылар.


Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте.


Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.


«Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.


– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине.


мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios