32 Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып барғандар.
32 Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып баралар ине.
Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – ҡаҙаҡланылар.
Шунан Уның менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар.
Уны һәм Уның ике яғынан тағы ике кешене арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар, Ғайса уртаға тура килде.
Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.
Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.
Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай ҡылалар икән, ҡороғандарына ни булыр?
Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.