Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 23:25 - Инжил

25 Ихтилалда ҡатнашыуы һәм кеше үлтереүе өсөн төрмәгә ултыртылған Варавваны халыҡ һорауы буйынса азат иткән, ә Ғайсаны улар ихтыярына тапшырған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған Бараббасты халыҡ һорауы буйынса азат итте, ә Ғайсаны уларҙың ихтыярына тапшырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 23:25
12 Referencias Cruzadas  

Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ.


Пилат, халыҡҡа ярарға тырышып, уларға Варавваны азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.


Шунда барыһы ла: – Уны түгел! Варавваны сығар! – тип ҡысҡырҙы. Варавва иһә юлбаҫар ине.


Әммә кешеләр: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.


Пилат шунда уларға Варавваны азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡас, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.


Пилат, улар теләгәнсә булһын, тип хәл иткән.


Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Симон исемле бер Киринея кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалғандар ҙа, Ғайса артынан барырға ҡушҡандар.


Шунда Пилат Уны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Ғайсаны алып киттеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios