Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 23:2 - Инжил

2 – Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 23:2
33 Referencias Cruzadas  

Был һүҙҙәренән һуң Пилат Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә: – Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар.


былай тигән: – Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһендә лә Уны ғәйепле тип тапманым.


Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


Тегеләр уға: – Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.


– Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Улар Ғайсаның яуабына хайран ҡалды.


– Ҡайсарҙыҡы. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине шунда Ғайса.


Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмай.


Әммә кешеләр: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.


– Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә һалым йыйыусыларға бир.


Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат. – Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.


– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат. – Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Пилат үҙе улар янына сыҡты: – Был Кешене нимәлә ғәйепләп минең ҡаршыма килтерҙегеҙ?


Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios