10 Шунда торған баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны ныҡ ғәйепләгән.
10 Шунда торған баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны үтә лә тырышып ғәйепләнеләр.
Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.
Әммә кешеләр: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.
– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.
Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башлаған.
Баш руханиҙарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул бер ни тип тә яуап ҡайтарманы.
Ғайсаға ул күп һорауҙар биргән, әммә Ғайса бер ни тип тә яуап ҡайтармаған.
Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән.