Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:70 - Инжил

70 – Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тигән бөтәһе лә. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап биргән Ғайса уларға.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

70 – Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тип һораны барыһы ла. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:70
20 Referencias Cruzadas  

Пилат Ғайсанан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораған. Ғайса иһә: – Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуаплаған.


– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат. – Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат. – Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!


Йәһүдтәр: – Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.


– Тимәк, Һин Батша? Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.


«Мин – Алла Улы», тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «Көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәткә айырып, был донъяға ебәрҙе бит.


Мин һәм Ата – бербеҙ.


Нафанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.


Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.


– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!


Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.


Ул Аллаға ышанды. Әгәр ҙә Аллаға яраҡлы булһа, ҡотҡарһын Уны Алла! Ул Үҙен Уның Улы тип атаны бит.


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине.


Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.


Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


– Беҙгә тағы бер шаһитлыҡ нимәгә кәрәк? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тигән тегеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios