Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:32 - Инжил

32 Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

32 Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:32
33 Referencias Cruzadas  

Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.


Ваҡыт аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.


Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине.


Улар арабыҙҙан китте, әммә был беҙҙеке булдылар тигәнде аңлатмай. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың беҙҙән китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте лә инде.


Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.


Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.


Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.


Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.


Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрҙан Понтта, Галатияла, Каппадокияла, Асия һәм Вифиния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм!


Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан хат. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios