29 һәм Мин, Атам Миңә биргән кеүек үк, һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм.
29 Шуның өсөн, Атам Миңә биргән кеүек үк, Мин дә һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм.
Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.
Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуясаҡ.
Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.
Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идаралыҡ итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән.
Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.
Ярышыусыларҙың бөтөнөһө лә ныҡлап шөғөлләнә. Улар быны һулый торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж иһә бер ҡасан да һулымай торған.
Һеҙгә булған өмөтөбөҙ ныҡ, сөнки Мәсих ғазаптарын нисек уртаҡлашһағыҙ, Алла йыуанысын да шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ.
Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.
– Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.