Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:26 - Инжил

26 Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа иң олоһо – иң кесе, ә башлыҡ – хеҙмәтсе кеүек булһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа кем иң олоһо, шул үҙен иң кесе кеүек тотһон. Кем башлыҡ булһа, шул хеҙмәтсе кеүек булһын.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:26
10 Referencias Cruzadas  

Йәштәр, һеҙ шулай уҡ өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр берегеҙ бер-берегеҙгә ҡарата баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә».


Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.


– Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.


Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып: – Беренсе булырға теләгән иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.


Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын


Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios