Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:19 - Инжил

19 Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:19
27 Referencias Cruzadas  

Раббы кисәһендә беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр кәсәһенән эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтөнөбөҙҙөң дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?


Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.


һәм бөтөнөһө лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте.


Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.


Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән.


Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны.


Ғайса ҡулына кәсә алған һәм, шөкөр иткәндән һуң, һүҙен дауам иткән: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.


Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: һеҙгә, Ғайса Мәсихтекеләргә, Алла ихтыяры шундай.


Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Иерусалимға тап килә, сөнки хәҙерге Иерусалим үҙ балалары менән ҡоллоҡта.


ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios