Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 21:17 - Инжил

17 Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 21:17
18 Referencias Cruzadas  

Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән.


Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Улар быларҙың барыһын да Минеке булғанығыҙ өсөн эшләр, сөнки Мине Ебәреүсене белмәйҙәр.


Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың.


сөнки һеҙгә Мәсих хаҡына иман тотоу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде.


Эйе, фани тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ.


Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.


Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки дан Рухы, Алла Рухы һеҙҙең менән.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.


Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.


Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр ҙә.


Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә юғалмаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios