Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:5 - Инжил

5 Тегеләр иһә үҙ-ара фекер алышҡан: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Тегеләр үҙ-ара фекер алышты: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:5
11 Referencias Cruzadas  

Үҙ хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: «Һеҙ мине кем тип уйланығыҙ? Мин Ул түгел, Минең арттан Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең бауын сисергә лә лайыҡлы түгелмен», – тине.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.


Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


– «Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе.


Ә шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алмағандары тураһында һөйләшә бирҙе.


Яхъяның һыуға сумдырыуы ҡайҙан килә? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.


Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме?


Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios