Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:47 - Инжил

47 Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар тағы ла ҡатыраҡ хөкөм ителәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

47 Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:47
23 Referencias Cruzadas  

Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар айырыуса ҡаты хөкөм ителәсәк, – тине.


Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.


Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.


Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып эш итмәнек. Алла Үҙе шаһит!


– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөй, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен, ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата.


Ғайса саҙаҡа һандығына ҡарап алған да, унда ҡайһы бер байҙарҙың хәйер һалыуын күргән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios