Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:42 - Инжил

42-43 Дауыт үҙе үк Зәбур китабында: «Раббы-Аллам Хужама әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

42-43 Дауыт үҙе үк Зәбүр китабында: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:42
12 Referencias Cruzadas  

Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр», – тип әйттеме икән?


Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән.


Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.


Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,


– Зәбур китабында иһә: «Уның өйө буш торһон, эсендә йәшәүсе булмаһын», һәм: «Уның хеҙмәтен башҡа берәү үҙенә алһын», – тип яҙылған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios