Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:36 - Инжил

36 Улар үлә алмай, сөнки фәрештә кеүек буласаҡтар һәм, үленән терелеп торғанға күрә, Алла балалары буласаҡтар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

36 Инде үлә лә алмаҫтар, сөнки улар фәрештәләр кеүек булырҙар. Улар – Алла балалары, сөнки уларҙы Алла үленән терелтте.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:36
20 Referencias Cruzadas  

Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм, Үҙенә бөтөн нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.


– Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар.


Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар Алланың һәм Мәсихтең руханиҙары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Үленән терелеү ҙә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә һалынған орлоҡ кеүек. Тәүҙә фани, терелткәс – мәңге үлмәҫлек.


Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә. Мин һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотоусыларҙың хеҙмәттәшемен. Һин Аллаға баш эйергә тейешһең.


Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ.


Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр кеүек буласаҡ.


Әле тупраҡтан яратылған кеше ҡиәфәтен йөрөткән кеүек, күктән булған кеше ҡиәфәтен йөрөтәсәкбеҙ.


Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios