Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:26 - Инжил

26 Тегеләр, Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын тапмайынса һәм, Уның яуабына хайран ҡалып, бер ни өндәшә алмаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын таба алманылар. Уның яуабына иҫтәре китеп, шымып ҡалдылар.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:26
14 Referencias Cruzadas  

Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.


Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Ғайса был һүҙҙәрҙе әйткәс, Уға ҡаршы төшөүселәрҙең барыһы ла оялған, бөтөн халыҡ иһә Ул ҡылған бар данлы эштәргә шатланған.


Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын яптырғанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды.


Уның яуабын ишеткәс, хайран ҡалдылар һәм Уны ҡалдырып киттеләр.


һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәйенсә килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән.


Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине.


Улар Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios