23 Ғайса иһә, быларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
23 Ғайса уларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыл эйәләрен мәкерлектәрендә эләктереп ала».
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек булһа, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
Һәм ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан сағыуынан үлде.
Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.
Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға тороп баҫ! – тигән. Теге кеше тороп баҫҡан.
Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? – тип һораған. –
Ғайса уларҙың мәкерле ниәтен аңлап: – Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ, ике йөҙлөләр? – тине.
Унда Ғайса янына фарисейҙар һәм саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.
Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? – тип һорағандар Ғайсанан.
– Бер динар күрһәтегеҙ әле Миңә. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораған. – Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап биргән тегеләр.
– Һинең эсең тулы ялған һәм мәкер. Һин – Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –
Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.