Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:21 - Инжил

21 – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләрҙе айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Шуның өсөн улар Ғайсанан: – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:21
16 Referencias Cruzadas  

Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихкә хеҙмәт итмәҫ инем.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Улар килеп: – Остаз, Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмауыңды беләбеҙ. Кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.


Абруйлы кешеләр ҙә бәйән иткәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел ине: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай.


Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.


Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? – тип һорағандар Ғайсанан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios