Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:14 - Инжил

14 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек һәм уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек, шунда уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:14
20 Referencias Cruzadas  

Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары.


Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.


Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан.


Тегеләр иһә үҙ-ара фекер алышҡан: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.


Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән,


Яхъяның һыуға сумдырыуы ҡайҙан килә? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.


Ә шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алмағандары тураһында һөйләшә бирҙе.


Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән.


Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған.


Улар уны йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергән. Инде баҡса хужаһы уларҙы ни эшләтер?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios