Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:10 - Инжил

10 Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул ҡайтарған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарып ебәргән.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:10
32 Referencias Cruzadas  

Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ.


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер.


Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләгән: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан һәм уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙаҡ ваҡытҡа сит яҡҡа китеп барған.


Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән, әммә улар быныһын да туҡмап, мыҫҡыл итеп, бер нәмәһеҙ кире ҡыуғандар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios