Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 2:34 - Инжил

34 Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

34 Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр,

Ver Capítulo Copiar




Лукас 2:34
38 Referencias Cruzadas  

Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,


Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки дан Рухы, Алла Рухы һеҙҙең менән.


Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә.


Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды.


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Иерусалимда шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, руханиҙарҙың да бик күптәре Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итте.


Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


Илселәрҙе тапмағас, Иасонды һәм иман тотоусы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Бөтә ерҙә бола күтәреп, тыныслыҡты боҙоп йөрөүселәр бында ла килгән.


Ә йәһүдтәр халыҡтың күплеген күреп көнләште һәм Павелдың һүҙҙәренә ҡаршы әсе телләште.


Ерҙәге батшалар, башлыҡтар, бергә йыйылып, Раббыға һәм Уның Мәсихенә ҡаршы күтәрелделәр».


Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.


Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле һәм, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.


– Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр.


Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Шәлим батшаһы, Аллаһы Тәғәләнең руханийы Мәлик-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә.


Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр.


шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең күңелең аша ҡылыс үткәндәй булыр, – тигән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios