29 – Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.
29 – Хәҙер инде, бөйөк Хаким, ҡолоң был донъянан тыныс китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.
Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән.
Сабыйҙы ҡулдарына алған да, Алланы данлап былай тигән:
Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ.
Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.
Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.