Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 19:9 - Инжил

9 – Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тигән Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 – Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тине Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 19:9
15 Referencias Cruzadas  

Ибраһимдың ысын балалары иманға таяныусылар икәнлеген аңлағыҙ.


Был ҡатын Ибраһим нәҫеленән бит! Иблис уны ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Бөгөн шәмбе көнө булһа ла, уны әсирлектән азат итергә ярамаймы ни? – тип яуаплаған.


Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.


Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә шәфҡәт күрһәтелде.


Мәсихтеке икән, тимәк, һеҙ – Ибраһим тоҡомдары һәм, Алла вәғәҙәһе буйынса, вариҫтарһығыҙ.


Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


Мин Һинең ҡотолоуыңды үҙ күҙҙәрем менән күрҙем,


Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренсе булғандарҙың ҡайһы берҙәре аҙаҡҡы булыр.


Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», – тип ҡысҡырған.


Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios