Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 19:47 - Инжил

47 Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

47 Ғайса көн һайын Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте. Баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны һәләк итергә әмәл эҙләне.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 19:47
17 Referencias Cruzadas  

Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.


Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ.


– Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.


Уны тағы ҡулға алырға тырыштылар, әммә Ул ҡасып китте.


Ҡайһы берҙәре Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.


Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө күмәс байрамы булырға тейеш ине. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡып, баҙнат итмәне. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып киттеләр.


Ғайса Алла Йортона инеп унда өйрәткән саҡта, янына баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. – Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар.


Көн һайын Алла Йортонда арағыҙҙа булдым, өйрәттем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса.


әммә ни эшләргә икәнлеген белмәгән, сөнки бөтә халыҡ Уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөп, һүҙен тыңлаған.


Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios