Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 19:37 - Инжил

37 Ғайса Зәйтүн тауынан Иерусалимға табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө ҡыуанышып, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн көслө тауыштар менән Алланы данлай башлағандар:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

37 Ғайса Зәйтүн тауынан Йәрүсәлимгә табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн ҡыуанышып, көслө тауыштар менән Алланы данлай башланылар:

Ver Capítulo Copiar




Лукас 19:37
20 Referencias Cruzadas  

Улар Иерусалимға яҡынлашҡанда, Зәйтүн тауы янындағы Виффагия ауылына ингәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.


Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом,


Һуҡыр шунда уҡ күрә башлаған һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп киткән. Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә, быны күреп, Алланы маҡтаған.


Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.


Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, Зәйтүн тауына киттеләр.


Ул Алла Йорто ҡаршыһындағы, Зәйтүн тауында ултырған саҡта, Петр, Яҡуб, Яхъя, Андрей Уның менән айырым ғына ҡалғас:


Ул, Зәйтүн тауы тип аталған тау янындағы Виффагия менән Вифанияға яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәргән:


Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәгән.


Халыҡ Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәйне, шуға күрә Уны ҡаршы алырға сыҡты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios