Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 18:9 - Инжил

9 Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Үҙҙәренең тәҡүәлегенә ышанып, башҡаларға түбәнһетеп ҡараған ҡайһы бер кешеләргә Ғайса ошондай ҡисса һөйләне:

Ver Capítulo Copiar




Лукас 18:9
22 Referencias Cruzadas  

Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.


Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы.


Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.


Ҡасандыр мин ҡанунһыҙ йәшәй инем, ләкин Алланың әмере мәғлүм булғас, гонаһ терелде,


Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.


Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм.


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.


Тегеләр ныҡ асыуланып: – Уның шәкерте – һин, ә беҙ – Мусаның шәкерттәре!


– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.


Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә Минең яҡыным кем? – тип һораған.


Бөтөн нәмәне ашаған ашамаусыға ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашаусыны хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios